Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Халыҡ менән эшләү сифаты яҡшыра

Иҡтисад

       Рәсәй Пенсия фондының (РПФ) Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһендә пенсия тәғәйенләү процесын автоматлаштырыу, ойошмаларҙан элемтә каналдары буйынса отчет ҡабул итеү һәм социаль карталарҙы хеҙмәтләндереү, мобиль клиент хеҙмәтенең техник сараларын файҙаланып, уларҙы активлаштырыу буйынса РПФ-тың перспективалы проекттары индерелде. Бындай эш ысулының өҫтөнлөктәрен РФ Хөкүмәтенең Дәүләт идаралығы, төбәктәр үҫеше һәм урындағы үҙидара департаменты директоры урынбаҫары Константин Носков Өфөгә килгәнендә юғары баһалағайны.

       Социаль картаның пенсия ҡушымтаһы эше Пенсия фонды инфоматында күрһәтелде. Константин Носковҡа шулай уҡ, "Клиент хеҙмәте" яңы программаһын ҡулланып, электрон пенсия эше нисек ойошторолоуын һәм, интернет-банкинг файҙаланып, айырым кеше иҫәптәренең торошо тураһында граждандарға мәғлүмәт биреү системаһы нисек эшләүен күрһәткәйнеләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть