6 декабрь, Шишәмбе

15 сентябрь 2009 йыл, 17:44

Өфөнән Нижневартовскиға өҫтәмә поезд бирелә

автор: Любовь Колоколова

       Куйбышев тимер юлы 30 сентябрҙән Нижневартовск йүнәлешендә өҫтәмә поезд тәғәйенләй.

       Куйбышев магистрале буйлап был маршрут Башҡортостан, Татарстан һәм Ульяновск өлкәһе аша үтә. Өфөнән Нижневартовскиға поезд һәр айҙың 6, 12, 18, 24, 30-ында китә. Расписание 2010 йылдың май аҙағына тиклем төҙөлгән.

       Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Сергей Спатар хәбәр итеүенсә, өҫтәмә поезд пассажирҙарҙың күп һанлы үтенестәре буйынса индерелгән. Уның менән вахта ысулы буйынса эшләүсе белгестәр эш урынына поездан-поезға күсмәйенсә барып етәсәк. Поезда башлыса плацкарт вагондар.