3 декабрь, Шәмбе

15 сентябрь 2009 йыл, 17:43

Бер аҙнала 87000 һум штраф һалынды

автор: Елена Макушина

       Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы тарафынан уҙған аҙнала юридик шәхестәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың санитария закондары талаптарын һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге закондарҙы күҙәтеүен тикшереп 61 тапҡыр рейд үткәрелде.

       Тикшереү йомғаҡтары буйынса асыҡланған закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында 10 күрһәтмә бирелде, ә һалынған штрафтар суммаһы 87000 һум тәшкил итте.