Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә хеҙмәттәшлек

Сәйәсәт

       14 сентябрҙә БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы менән БР Профсоюздар федерацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был хеҙмәттәшлектең маҡсаты һәм бурысы булып йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өлкәһендә ҡануниәт һәм норматив-хоҡуҡи база эшкәртеү һәм уны камиллаштырыу тора. Документта мәғлүмәт менән алмашыу, белгестәр уҡытыуҙа ҡатнашыу, дөйөм саралар үткәреү ҡарала.

       Берлектәге эш 2005 йылда уҡ башланғайны, ул саҡта йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өлкәһендә эш алып барыу маҡсатында БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты менән үҙ-ара эш итеү тураһында беренсе килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Был ваҡыт эсендә күп кенә берлектәге саралар һәм конкурстар үткәрелде. Дөйөм тырышлыҡ менән "2008-2010 йылдарға БР йәш белгесе" республика маҡсатлы программаһы эшкәртелде. БР Спорт министрлығы менән бергә күмәк спорт саралары ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть