Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

24 грант алыусы донъяның алдынғы белем биреү учреждениеларына китәсәк

Сәйәсәт

       Тиҙҙән Башҡортостандан йәш белгестәр сит илдәргә стажировкаға китәсәк. Былтыр БР Президенты 2008-2012 йылдарҙа кадрҙарҙың сит илдәрҙә әҙерлек үтеүе һәм белемдәрен камиллаштырыуы буйынса республика маҡсатлы программаһын ҡабул итеү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны.

       Программа яҡындағы дүрт йылға иҫәпләнгән. Был проектҡа махсус хөкүмәт комиссияһы етәкселек итә, уның бурыстары — юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың халыҡ-ара эшмәкәрлеген алып барыу, унда ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр банкын булдырыу, БР юғары уҡыу йорттарында һәм фәнни учреждениеларында семинарҙар, мастер-кластар үткәреү, лекциялар уҡыу өсөн сит илдәрҙән ғалимдар, уҡытыусылар саҡырыу.

       Быйыл сит илдә уҡыуға 30 кеше грант аласаҡ. 14 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 24 грант алыусы менән осрашты.

       Йәштәр менән аралашыу барышында Раил Салих улы илдә һәм республикала барған хәлдәргә етди анализ бирҙе. Осрашыу аҙағында Премьер-министр грант алыусыларҙы ихлас ҡотлап, уларға арымай-талмай белемгә эйә булыуҙарын, тормош тәжрибәһе туплауҙарын, рухи яҡтан үҫешеүҙәрен һәм билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн алға ынтылыуҙарын теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть