10 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2009 йыл, 22:57

Октябрь проспектында участкаларҙың береһендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

автор: Любовь Колоколова

       Өфөлә Октябрь проспектындағы 14-се йорт эргәһендә ремонт эштәре үткәреү менән бәйле, Бабушкин урамынан Галле ҡалаһы урамына тиклем участкала 18 сентябрҙән 1 октябргә тиклем автотранспорт хәрәкәте өлөшләтә сикләнәсәк.

       Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ремонт эштәренең тәүге этабында, 18 сентябрҙән 25-енә тиклем, проспект йоп һанлы йорттар яғынан ябыласаҡ, ә икенсе этапта, 25 сентябрҙән 1 октябргә тиклем, — таҡ һанлы йорттар яғынан.

       Тимәк, беренсе этапта Октябрь проспекты буйынса автотранспорт хәрәкәте ике яҡҡа ла таҡ һанлы йорттар яғынан йөрөйәсәк, ә икенсе этапта — йоп һанлы йорттар яғынан.

       Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы уңайһыҙлыҡтар тыуҙырғаны өсөн халыҡтан ғәфү үтенә һәм өфөләрҙән алдан үҙ маршруттарын планлаштырыуҙарын, шулай уҡ Октябрь проспекты буйлап автотранспорт һәм йәйәүлеләр йөрөү тәртибен күҙәтеүҙәрен үтенә.