3 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2009 йыл, 22:56

Силәбелә Башҡортостан предприятиеларына ҡыҙыҡһыныу ҙур булды

автор: Эльвира Латипова

       Силәбе бизнесы вәкилдәре менән һөйләшеүҙәрҙе һөҙөмтәле тип танырға мөмкин, сәфәр барышында хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн үҙ-ара файҙалы бәйләнештәр урынлаштырыуға өлгәшелде. Башҡортостан бизнес-делегацияһы Силәбеләге эшлекле сараларға ошондай баһа бирҙе.

       Хәбәр итеүебеҙсә, йома көндә БР Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендәге республика рәсми делегацияһы Силәбелә булып ҡайтты. Сәфәрҙең төп маҡсаты булып республика һәм өлкә Хөкүмәттәре араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса Протоколға ҡул ҡуйыу торҙо.

       Делегацияның БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов етәкселегендәге эшлекле өлөшө айырым программа буйынса эшләне. Төп бизнес-осрашыу Көньяҡ Урал сауҙа-сәнәғәт палатаһында үткәрелде. Ҡабул итеүсе яҡтан ҡыҙыҡһыныу ярайһы уҡ юғары булды: һөйләшеүҙәргә Силәбе өлкәһенең 37 предприятиеһы вәкиле килде. Башҡортостандан "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Белорет металлургия комбинаты", "Бәләбәй "Автонормаль" заводы", "Өфө трикотаж фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, "Авангард" федераль ҡаҙна предприятиеһы, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы" дәүләт унитар предприятиеһы, "Павловка" туристик тау-саңғы үҙәге", "СтройСмесь" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре ҡатнашты.

       Һөйләшеүҙәрҙә ҡорамалдар, төҙөлөш материалдары минераль ашламалар һәм еңел сәнәғәт продукцияһы оҙатыу һәм һатып алыу мәсьәләләре, техниканы яңыртыу проблемалары, үҙ-ара сауҙа һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

       Делегация шулай уҡ Силәбе торба-прокат заводында булды, унда төҙөлөп ятҡан торба-электросварка цехы перспективалары менән танышты.