8 декабрь, Кесе йома

14 сентябрь 2009 йыл, 22:55

Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт белдерҙеләр

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Галина Уланова фонды президенты, СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Владимир Васильевтан рәхмәт хаты килде.

       Хатта Мортаза Рәхимовҡа Фондтың Туапсе ҡалаһында "Орленок" Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә йәйге хореографик мәктәп үткәреү буйынса инициативаһын яҡлаған һәм унда Рудольф Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография училищеһының 18 уҡыусыһы ҡатнашыуына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерелә.

       "Башҡортостан бейеүселәренең яңы, үҫеп килеүсе быуыны көндәлек оҫталыҡ кластарында классик балет һәм халыҡ бейеүҙәренең бөйөк традицияларына бирелгәнлеген һәм һаҡсыл мөнәсәбәтен тағы бер тапҡыр раҫланы", — тиелә Галина Уланова фонды башлығы Владимир Васильевтың хатында.

       Шулай уҡ республика Президенты Мортаза Рәхимовҡа Р. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография училищеһы тәрбиәләнеүселәренең йәйге уҡыуын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн училище директоры Әхәт Фәсхетдинов менән художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова ла рәхмәт белдерҙе.

       "Сәфәр йәш таланттарға Ҙур театрҙың әйҙәүсе солистары мастер-кластарына йөрөү мөмкинлеге бирҙе. Атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар уҡыусыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Был сара республиканың төп театрҙарының береһенең буласаҡ башҡарыусыларының профессиональ кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итте. Уҡыусыларыбыҙ тәжрибәле сәхнә оҫталарын хайран ҡалдырҙы. Уҡыусылар башҡарыуында "Бөрйән ҡыҙҙары" башҡорт бейеүе юғары баһа алды", — тиелә хатта.