3 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2009 йыл, 22:53

Спартак Әхмәтов: Рәсәй граждандары булараҡ беҙҙең бурыс - дәүләт башлығын яҡлау

автор: Марина Шумилова

       Дмитрий Медведевтың "Рәсәй, алға!" программа мәҡәләһе илебеҙҙә киң ижтимағи резонанс тыуҙырҙы. Уға сәйәсмәндәр, депутат корпусы, эксперттар берләшмәһе вәкилдәре аңлатма бирә.

       — Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың "Рәсәй, алға!" мәҡәләһенең сираттағы президент Мөрәжәғәтнамәһе алдынан сығыуы миңә бик мөһим һәм ыңғай билдә булып тойола, — тип билдәләне "Башинформ" агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Дәүләт Думаһының Регламент һәм эште ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Спартак Әхмәтов. — Был граждандарға, халыҡҡа, йәштәргә берлектәге ижадта ҡатнашыуға саҡырып мөрәжәғәт итеүҙе, асылда, сәйәси, бик ыңғай яңылыҡ тип ҡарарға кәрәк. Беҙ дәүләт башлығының парламентҡа, судьялар берләшмәһенә, хөкүмәт ағзаларына, эшҡыуарҙарға мөрәжәғәттәренә күнеккәнбеҙ. Бында иһә — граждандар менән туранан-тура диалогҡа саҡырыу, етмәһә, ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл айҡанлы түгел, ә илдең ағымдағы һәм киләсәктәге социаль-иҡтисади һәм сәйәси үҫеше буйынса мөһим проблемаларҙы бергәләп тикшерергә һәм уларҙы хәл итеү механизмдарын эшкәртергә тәҡдим итеп.

       Миңә ҡалһа, был бик ентекле уйланылған, бик сағыу, ҡаты тәнҡитләүгә ҡарамаҫтан, бик оптимистик программа. Уны билдәләнгән проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары буйынса киң йәмәғәтселек дискуссияһының башы булараҡ та ҡарарға кәрәк, тип иҫәпләйем. Президент хәҙер илебеҙ иҡтисадында һәм сәйәсәтендә һалынған хәлде үҙгәртеү хаҡына, илебеҙ сәскә атһын өсөн йәмғиәтебеҙҙең бөтә сәләмәт көстәренән коалиция тупларға әҙер. Ул был коалицияны етәкләргә әҙер. Һәм Рәсәй граждандары булараҡ беҙҙең бурысыбыҙ — дәүләт башлығын яҡлау.