Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Екатеринбургта осрашыу индустрияһын үҫтереү мәсьәләһе ҡараласаҡ

Иҡтисад

       Екатеринбургта 9-10 октябрҙә үтәсәк "Төбәк осрашыуҙар индустрияһын үҫтереү" МIСЕ II Халыҡ-ара конференция- күргәҙмәһендә профессионалдар өсөн актуаль үҫеш стратегиялары һәм ғәмәли ҡарарҙар тәҡдим ителәсәк.

       Конференцияның үҙенсәләге — халыҡ-ара кимәлдә осрашыу индустрияһында ҡатнашыусылар практикаһында мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлеш тотоу. Билдәле булыуынса, Екатеринбургта ШОС һәм БРИК саммиттары үткәрелде. Ҡалала эшлекле коммуникациялар ойоштороу буйынса файҙалы тәжрибә тупланған.

       Конференция-күргәҙмәнең ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, пленар өлөштә халыҡ-ара осрашыуҙар индустрияһын үҫтереүҙең хәҙерге заман тенденциялары һәм Рәсәй төбәктәренең конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү тураһында һүҙ алып барыласаҡ. Унда ҡатнашыусылар алдында Свердловск өлкәһенең Сауҙа, туҡланыу һәм хеҙмәтләндереүҙәр министрлығы вәкилдәре, Бельгия, Италия, Швейцария, Мәскәү, Санкт-Петербург эксперттары сығыш яһаясаҡ. Мастер-кластар, осрашыуҙар баҙарында ҡаланың имиджын булдырыу мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл үткәреләсәк.

       Екатеринбург, Силәбе, Пермь, Төмән, Өфө, Новосибирск, Омск һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан 50-нән ашыу осрашыуҙар индустрияһы профессионалы конференцияла ҡатнашыу теләген белдерҙе.

       Тулыраҡ мәғлүмәт www.expo-com.info сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть