
Сергей Шойгу Өфөлә булып китте
12 сентябрҙә Өфөгә Рәсәй Федерацияһының граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министры Сергей Шойгу килеп китте. Ул янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар араһында V донъя чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн килде.
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов менән Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министры Сергей Шойгу Башҡортостан баш ҡалаһында асылған "World Fire Safety and Security" Халыҡ-ара янғын-техник тәғәйенләнештәге продукция һәм ҡотҡарыу саралары күргәҙмәһендә булды. Әйтергә кәрәк, күргәҙмәлә Көньяҡ Кореянан ҡотҡарыу һәм янғынға ҡаршы ҡорамалдар етештереүсе алдынғы фирмалар ҡатнашыуы уға Халыҡ-ара статус бирҙе.







