11 декабрь, Йәкшәмбе

14 сентябрь 2009 йыл, 22:49

Баш ҡалаға бергәләп файҙа килтерәйек

автор: Ирина Бакке

       15 сентябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында ҡаланың Ижтимағи үҫеш фонды инициативаһы менән "Өфө ҡалаһына һәм уның халҡына бергәләп файҙа килтерәйек" форумы үтәсәк.

       Шулай итеп ойоштороусылар Өфөнөң әүҙем халҡын, йәмәғәт һәм муниципаль ойошмалар, эшлекле даирәләр вәкилдәрен ҡала тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итергә ниәтләй. Форум ҡаланың һәм унда йәшәүселәрҙең көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттарҙың яңы миҙгеленә старт бирә.

       Форум программаһында — киң мәғлүмәт саралары өсөн матбуғат конференцияһы, түңәрәк өҫтәлдәр, секциялар эше, яңы проекттар менән таныштырыу. Шулай уҡ "Булат Йосоповтың киномәктәбе" фильмы күрһәтеләсәк һәм режиссер менән брифинг үткәреләсәк. Сара 2008-2009 йылдар миҙгеле проекттарында ҡатнашыусыларҙың хәйриә концерты менән тамамлансаҡ.