Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бензинға хаҡтар төштө

Иҡтисад

       Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында "Башкирнефтепродукт" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 320 автозаправка станцияһынан 43-өндә Евро-4 халыҡ-ара сифат стандартына тап килгән автомобиль бензиндарына һәм Евро дизель яғыулығына хаҡтар төштө.

       Быйыл 28 августан 27 сентябргә тиклем акцияла ҡатнашыусы "Башкирнефтепродукт" автозаправка станцияларында Евро дизель яғыулығына хаҡ 1 һум 50 тингә кәмеп, бер литры 17 һумға (8,1 процентҡа), Нормаль-80 бензины — 70 тингә кәмеп, 17,3 һумға (3,8 процентҡа), Регуляр-92 бензины — 90 тингә кәмеп, 20,3 һумға (4,2 процентҡа), Премиум-95 бензины хаҡы, 1 һумға кәмеп, литры 21,3 һумға (4,5 процентҡа) тиклем төшкән.

       Артабан "Башкирнефтепродукт" компанияһы бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы кәметеү буйынса башҡа төрлө маркетинг акциялары ла үткәрергә ниәтләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть