3 декабрь, Шәмбе

11 сентябрь 2009 йыл, 16:38

Мәләүез районы һаулыҡ һаҡлау системаһын финанслау артты

автор: Елена Макушина

       2008 йыл йомғаҡтары буйынса Мәләүез районының һаулыҡ һаҡлау системаһын финанслау 18 процентҡа артҡан. Район хакимиәт башлығы Малик Вахитов хәбәр итеүенсә, Үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһын нығытыу буйынса эш дауам иттерелә. Былтыр ғына республика бюджеты средстволары иҫәбенә 26 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алынған. Ә "Һаулыҡ" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бында 16,6 миллион һумлыҡ ҡорамалдар килтерелгән.

       Вахитов шулай уҡ 13 миллион һумға ҡиммәтле медицина ҡорамалдары һатып алыныуы хаҡында хәбәр итте. Ә хроник бөйөр етешмәүсәнлеге менән яфаланған ауырыуҙар өсөн 1,5 миллион һумға "Форд" микроавтобусы һатып алынған. Ул ауырыуҙарҙы Өфөгә гемодиализға йөрөтөү өсөн кәрәк.