9 декабрь, Йома

11 сентябрь 2009 йыл, 16:37

Рәсәй Рәссамдар союзы рәйесе рәхмәт белдерә

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Рәсәй Рәссамдар союзы рәйесе, РФ-тың халыҡ рәссамы Андрей Ковальчуктан хат килде. Ул Башҡортостанда ижади интеллигенцияға һәм Рәсәй Рәссамдар союзының төбәк бүлексәһенә даими ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдергән. Хатта шулай тиелә:

       "Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

       2009 йылдың 25 июненән 13 июленә тиклем Мәскәүҙә Үҙәк рәссамдар йортонда Волга буйы федераль округының 14 төбәген берләштергән "Мәскәүҙә ҙур Волга" күргәҙмәһе үтте. Был проект илдең һынлы сәнғәте тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелде, традицияларҙы һаҡлап ҡалыуҙы һәм яңы тенденцияларҙы, Рәсәйҙең күп милләтле округтарының береһенең үҙенсәлекле сәнғәтен күрһәтте.

       Нигеҙендә Башҡортостан Рәссамдар союзының 75 йыллыҡ тарихы, башҡорт һынлы сәнғәтенең күренекле эшмәкәрҙәре традициялары ятҡан һәм 60-70-се йылдарҙа "башҡорт мәктәбе" тигән төшөнсә нығынған республика рәссамдары ижады күргәҙмәнең сағыу бүлектәренең береһе булды. Әлеге этапта республикала һынлы сәнғәттең бик күп төрҙәре һәм жанрҙары, һынлы сәнғәт ғилеме һәм художестволы тәнҡит уңышлы үҫеш ала. Был Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге күргәҙмәләрҙә раҫлана.

       Бөгөн, иң элек, күп милләтле башҡорт сәнғәте Рәсәй мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

       Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, республиканың сәскә атыуын теләйбеҙ. Уңышлы хеҙмәттәшлектең дауам итеүенә өмөтләнәбеҙ".