6 декабрь, Шишәмбе

11 сентябрь 2009 йыл, 16:35

Мортаза Рәхимов Белорет һәм Әбйәлил райондары буйлап эш сәфәрендә

автор: Марият Артюхова

       Йома көндө Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов төбәк буйлап эш сәфәренә сыҡты. Уның маршрутында ике район: Белорет һәм Әбйәлил.

       Республика башлығы алдында ҡайһы бер иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора. Сәфәр программаһына ярашлы, Президент Белорет металлургия комбинатында буласаҡ, бында бөгөн 11-се ҡатнаш сым цехында һыуыҡ килеш деформацияланған арматура етештереү линияһын сафҡа индереү планлаштырылған. Артабан уны ҡыҙыҡһындырған ҡала объекттары иҫәбендә — балалар поликлиникаһы, торлаҡ төҙөлөшө әүҙем алып барылған микрорайон, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны.

       Әбйәлил районында Президент иген культураларын урып йыйыу менән танышырға, ауыл участка дауаханаларының береһенә, мәктәпкә һәм "Яҡтыкүл" шифаханаһына инеп сығырға планлаштыра.