7 декабрь, Шаршамбы

11 сентябрь 2009 йыл, 16:35

Аспиранттар араһында ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы башлана

автор: Эльмира Сабирова

       22 сентябрҙән БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, БР Фәндәр академияһы һәм Гуманитар тикшеренеүҙәр институты республика фәнни ойошмалары һәм вуздары аспиранттарының ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсын үткәрә. Уның маҡсаты — көндөҙгө бүлектә уҡыған, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнгән 30 йәшкә тиклемге аспиранттарға ярҙам итеү. Конкурс техник, тәбиғи һәм гуманитар йүнәлештәр буйынса үткәрелә.

       Эштәр 1 октябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 28-се бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә. Бөтә һорауҙар буйынса 251-57-23 телефоны аша мөрәжәғәт итергә.

       Конкурс икенсе йыл рәттән үткәрелә. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Альберт Халиков, Ольга Кузьмина, Александр Мичурин, Ирина Шерсткова еңеүселәр булды.