11 декабрь, Йәкшәмбе

11 сентябрь 2009 йыл, 16:34

Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп этабы старт ала

автор: Эльмира Сабирова

       Яңы уҡыу йылы башланыу менән дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың йыл һайын үткәрелеп килгән Бөтә Рәсәй олимпиадаһына әҙерлек башлана. Уның маҡсаты — үҫеп килеүсе быуынды интеллектуаль үҫтереү һәм иң мөһиме — һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү. Дөрөҫ, финалға сығыу өсөн уҡыусыларға башта мәктәп, ә һуңынан муниципаль һәм төбәк этаптарында үҙ белемдәрен иҫбатларға тура киләсәк.

       Быйыл Бөтә Рәсәй олимпиадаһы 21 предмет буйынса — тәбиғи-ғилми һәм гуманитар блоктар — үткәрелә. Интеллектуаль ярыштар серияһы октябрҙә башлана, уны Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының бөтә мәктәптәре үткәрә. Беренсе этап һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр муниципаль кимәлдә көрәштәрен дауам итәсәк, ул ноябрь-декабрҙә үткәрелә. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының өсөнсө — төбәк этабы ҡышҡы каникул көндәрендә старт ала, йомғаҡлау этабы яҙ үтәсәк.

       Былтыр республика намыҫын төбәк этабында еңеүсе 87 призер яҡланы, уларҙан 28-е призлы урындарға лайыҡ булды.