5 декабрь, Дүшәмбе

11 сентябрь 2009 йыл, 16:32

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

автор: Ольга Горюнова

       Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса протоколға ҡул ҡуйылды. Башҡортостан яғынан документҡа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Силәбе өлкәһе яғынан өлкә губернаторы Петр Сумин ҡул ҡуйҙы.

       Башҡортостан Президенты фекеренсә, Силәбе өлкәһе Рәсәйҙә Башҡортостандың төп сауҙа партнеры булып тора. Республикабыҙ менән тауар әйләнеше буйынса өлкә ил төбәктәре араһында беренсе урынды биләй. Һуңғы биш йыл эсендә ул өс тапҡырҙан ашыуға артҡан һәм былтырғы йомғаҡтар буйынса 37,7 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.

       — Төбәктәребеҙ иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү өсөн ғәйәт ҙур потенциалға эйә. Дуҫлығыбыҙ һәм тығыҙ хеҙмәттәшлебеҙ артабан да төбәктәребеҙ һәм бөтә Рәсәй халҡы файҙаһына дауам итер тип ышанам, — тине Мортаза Рәхимов.

       Республиканан өлкәгә дизель яғыулығы, ҡорос канаттар, полиэтилен, мазут, нефть битумы кеүек етештереү-техник тәғәйенләнештәге, шулай уҡ киң ҡулланыу тауарҙары, шул иҫәптән айыртылмаған һөт продукцияһы, минераль һыуҙар, ликер-араҡы изделиелары һәм башҡалар оҙатыла.

       Силәбе өлкәһенән республикаға ҡара металл прокаты, ҡорос торбалар, цемент, буялған ҡалай, йөк автомобилдәре, күн аяҡ кейеме, кондитер һәм макарон изделиелары ҡайтарыла. Ике төбәктең дә тырышлығы менән сиктәге юлдар һәм юл ҡоролмалары төҙөү дауам итә.

       Төбәктәр араһында рухи-мәҙәни бәйләнештәр ҙә ныҡлы. Силәбе өлкәһендә 170 мең самаһы башҡорт йәшәй, Республикала ла, өлкәлә лә халыҡтарҙың үҫеше өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.

       Протоколға 200-гә яҡын сараны үҙ эсенә алған 77 пункт индерелгән. Уларҙы тормошҡа ашырыуға ике төбәктең 160 самаһы предприятиеһы йәлеп ителәсәк. Төп производстволар үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте дауам итәсәк. Башҡортостандан өлкәгә резина-техник, машиналар эшләү һәм химия продукцияһы, троллейбустар, автобетон бутағыстар, шулай уҡ, Силәбе өлкәһе губернаторы Петр Сумин әйтеүенсә, Силәбе урамдарын биҙәгән автобустар сығарыу планлаштырыла. Кире йүнәлештә күмер, экскаваторҙар, металлургия продукцияһы һәм башҡалар ташыласаҡ.

       Протоколды тормошҡа ашырыуға ярашлы, ауыл хужалығы продукцияһын үҙ-ара ташыуҙы киңәйтеү өсөн берлектәге ауыл хужалығы логистик үҙәктәр төҙөү тураһындағы мәсьәләне хәл итеү планлаштырыла. Ике төбәктең агросәнәғәт комплексы өлкәһендә үҙ-ара эште әүҙемләштереү буйынса ҡайһы бер башҡа саралар ҙа билдәләнә.

       Төҙөлөш һәм транспорт өлкәһендә лә ҙур күләмле эш башҡарыу бурысы тора. Атап әйткәндә, юлдар һалыу һәм ике төбәкте бәйләүсе даими автобус маршруттары ойоштороу, сик буйы биләмәләренең инфраструктураһын үҫтереү инә. Пртоколға индерелгән күп кенә саралар мәғариф, фән, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт, туризм, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә ҡағыла.

       Мортаза Рәхимов һәм Петр Сумин, ошо сараларҙың барыһы ла иҡтисади, рухи һәм мәҙәни ҡеүәте буйынса бер-береһенә яҡын булған төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға хеҙмәт итәсәк, тигән ышаныс белдерҙе.