Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.81 ↑

EUR 69.70 ↓

26 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Шамил Вахитов француз күргәҙмәһенә барасаҡ

Иҡтисад

       15-18 сентябрҙә Францияның Ренне ҡалаһында малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ буйынса SРАСЕ-2009 Халыҡ-ара күргәҙмәһе үтәсәк. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының рәсми делегацияһы составында БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, БР ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов барасаҡ.

       Был бөтә донъя селекция "салонының" иғтибар үҙәгендә урындағы данлыҡлы Салер һәм Симментал тоҡомло һыйыр малы торасаҡ. Күргәҙмәлә ҡатнашыусы 1300 кеше (шуларҙың 360-ы — 30 сит ил дәүләте вәкилдәре) түбәндәге йүнәлештәрҙе тәҡдим итәсәк: һыйыр малы (һөтлө һәм итле тоҡомдар) үрсетеү, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ, йорт ҡуяндары, һарыҡтар һәм кәзәләр үрсетеү — бөтәһе мең ярым позиция. Күргәҙмә ун гектар майҙандағы 11 павильонда урын аласаҡ. Технологик инновацияларға айырым урын бүленәсәк, унда ҡатнашыусыларға малсылыҡ һәм агросәнәғәт объекттарына барыу мөмкинлеге биреләсәк. Күргәҙмә программаһында — конференциялар, конкурстар һәм малдарҙы аукцион һатыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть