11 декабрь, Йәкшәмбе

11 сентябрь 2009 йыл, 16:30

Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре башлана

автор: Марият Артюхова

       12 сентябрҙә Башҡортостанда көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре миҙгеле асыла. Атап әйткәндә, алдағы ял көндәрендә аграрийҙар Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский халҡына үҙ продукцияларын тәҡдим итәсәк.

       Өфөлә традицион ауыл хужалығы йәрминкәләре 19 сентябрҙә башлана. Республиканың ауыл райондары киләсәк урындар билдәләнгән. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң һәр районына 7-15 райондан ылауҙар киләсәк.

       Йәрминкә үткәреү урындары билдәле. Дим районында был "Алтын" сауҙа комплексы алдындағы майҙан, Калининда — Баландин бульварындағы 15-се магазин алдындағы, "Ауыл хужалығы йәрминкәһе" баҙары һәм "Шаҡша" баҙары эргәһендәге майҙандар. Киров районында йәрминкәләр "Аврора" кинотеатры алдындағы һәм Пушкин урамы менән Ғафури урамы сатындағы майҙандарҙа үтәсәк. Ленин районында һатып алыусыларҙы Киров урамы башындағы һәм "Заречный" баҙары эргәһендәге майҙандарҙа көтәсәктәр, Совет районында — "Юбилей" Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда. Октябрь районы халҡын дүрт йәрминкә майҙаны ҡаршылаясаҡ — Спорт һарайы, "Башҡортостан" сауҙа үҙәге алдында, Рыльский урамында һәм Зорге урамындағы 44-се йорт эргәһендә. Орджоникидзе районында ауыл хужалығы продукттары етештереүселәр Орджоникидзе исемендәге майҙанда, "Йүрүҙән" сауҙа үҙәге алдында, Еңеү урамында — Ҡулса һәм Калинин урамдары араһында, Тыныслыҡ һәм Новочеркасск урамдары сатында, "Урал" сауҙа-сервис комплексы һәм "Тирәктәр" сауҙа йорто эргәһендә урын аласаҡ.

       Йәрминкәләр 29 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Унан һуң Яңы йыл алды йәрминкәләре — 12 һәм 27 декабрҙә — планлаштырылған.