4 декабрь, Йәкшәмбе

10 сентябрь 2009 йыл, 17:22

Нуриман районы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       2009 йылдың 10 сентябрендә Нуриман районының Красная Горка ауылында Нуриман районы муниципаль район Советы ултырышы булды. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләље ҡаралды.

       Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Нуриман районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Носратуллин Азамат Ризуан улы тәғәйенләнде.

       * * *

       Азамат Носратуллин 1966 йылда БАССР-ҙың Нуриман районы Яңы Күл ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1985 йылда Нуриман районының Баһау исемендәге колхозы участка агрономы булып башлай, 1993 йылдан алып 1998 йылға тиклем ошо уҡ колхоздың баш агрономы була.

       1988 йылда "Нуриман МТС-ы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

       1998 йылдан алып 2009 йылға тиклем "Иҙел" колхозы рәйесе, Нуриман районының "Иҙел" агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры булып эшләй.

       2009 йылдың 10 авгусынан әлеге ваҡытҡа тиклем Нуриман районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.

       Азамат Носратуллин Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланған, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ.

       Нуриман районы муниципаль район Советы ултырышы эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов ҡатнашты.