5 декабрь, Дүшәмбе

10 сентябрь 2009 йыл, 17:20

Өфө урман хужалығы техникумы - Рәсәйҙә иң яҡшыһы

автор: Любовь Колоколова

       Өфө урман хужалығы техникумына Рәсәйҙә "Иң яҡшы урман хужалығы техникумы-2009" исеме бирелде. Шуның менән бәйле уҡыу йорто директоры Дамир Асҡаров исеменә Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Алексей Савиновтан телеграмма килде, унда ул урман хужалығы техникумы коллективын һәм уның етәксеһен Урман хеҙмәткәрҙәре көнө һәм был почетлы исем бирелеү менән ҡотлай.

       Алексей Савинов федераль кимәлдә уңыштар яулаған буласаҡ урман белгестәре әҙерләгән өсөн рәхмәт белдерә.

       Өфө урман хужалығы техникумына "иң яҡшы" исеме 2008-2009 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн бирелгән. Техникум ике йыл элек тә ошондай наградаға лайыҡ булғайны. Коллективҡа ул саҡта "ПАЗ" автобусы бүләк иткәйнеләр. Ә быйыл февралдә Нижегородка өлкәһендә үткән ҡышҡы спартакиада һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең урман хужалығы техникумы алтын миҙал, диплом һәм компьютер класы өсөн мультимедиа ҡорамалдары һатып алыуға сертификат яуланы.

       Белеүегеҙсә, Өфө урман хужалығы техникумы — илдә иң өлкән уҡыу йорттарының береһе. Унда ете специальность буйынса меңдән ашыу кеше уҡый.