3 декабрь, Шәмбе

10 сентябрь 2009 йыл, 17:19

"Иҡ яҡшы автосервис-2009" конкурсы үтә

автор: Любовь Колоколова

       Өфөлә "Иң яҡшы автосервис-2009" асыҡ ҡала конкурсы үтә. Ул БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты һәм БР Автомобиль сервисы һәм транспорт предприятиелары ассоциацияһы ярҙамында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте тарафынан ойошторолған.

       Конкурстың төп маҡсаты булып Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫешендә автомобиль сервисы предприятиелары ҡаҙаныштарын һәм ролен пропагандалау, алдынғы тәжрибәне популярлаштырыу, автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлауҙы яҡшыртыу тора.

       Конкурста ҡатнашыу өсөн заявка һәм конкурсант анкетаһын тултырырға кәрәк. Йомғаҡтар ноябрҙә яһаласаҡ.