Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәҙрәсәлә республиканың иң яҡшы кулинарҙары ярышасаҡ

Сәйәсәт

       БР мосолмандары Диниә назаратының Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәһендә мосолмандарҙың милли аш-һыуҙары конкурсы үткәреләсәк. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы кулинарҙары ассоциацияһы һәм "БР йәмәғәт туҡланыуы уҡыу-курс комбинаты" дәүләт унитар предприятиеһы.

       Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәнән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс Ураҙа ғәйете алдынан, Башҡортостандың Ислам динен тотоусы халыҡтарының туҡланыу мәҙәнилеген популярлаштырыу һәм милли йолаларын яҡлау өсөн үткәрелә. Конкурста ҡатнашыуға республиканың төрлө милекселек формаһындағы йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, шулай уҡ шәхси кешеләр саҡырыла.

       Кулинарҙар конкурсҡа ҡуясаҡ бөтә аш-һыуҙар алкоголь һәм сусҡа итен ҡулланмайынса, мосолман йолаларына ярашлы әҙерләнергә тейеш.

       Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү Ураҙа ғәйетен байрам иткән көндәрҙә үткәреләсәк. Жюри составына БР Кулинарҙар ассоциацияһының вице-президенты Людмила Еникеева, шулай уҡ республиканың йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары етәкселәре һәм билдәле кулинарҙар инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть