2 декабрь, Йома

10 сентябрь 2009 йыл, 17:17

Әбйәлил районында Башҡорт әҙәбиәте көндәре үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

       14-16 сентябрҙә Әбйәлил районында Башҡорт әҙәбиәте көндәре үтәсәк. Улар республикала билдәләнгән Башҡортостан Яҙыусылар союзының 75 йыллығы сиктәрендә ойошторола. Элек бындай көндәр Борай һәм Ҡалтасы райондарында үтте.

       Сараларҙа билдәле яҙыусылар һәм шағирҙар ҡатнашасаҡ: Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рауил Бикбаев; шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Ҡәҙим Аралбаев; шағирә, "Ағиҙел" журналының яуаплы секретары, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Гөлназ Ҡотоева; шағир, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхмәҙин Әфтәхетдинов; филология фәндәре докторҙары, профессорҙар Зиннур Нурғәлин һәм Тимерғәли Килмөхәмәтов. Урындағы ижади көстәрҙән шағир, РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужа һәм прозаик Айһылыу Йәғәфәрова ҡатнашасаҡ.

       Яҙыусылар ике төркөмгә бүленәсәк һәм Әбйәлил районының төрлө ауылдарына барасаҡ. Ләкин башта уларҙы район хакимиәте башлығы менән осрашыу, һуңынан Таһир Күсемов исемендәге Асҡар гимназияһы һәм Асҡар ауылының 1-се урта мәктәбе уҡыусылары менән аралашыу көтә.

       Башҡорт әҙәбиәте көндәре программаһында — халыҡ менән осрашыуҙар, төрлө аудитория алдында сығыштар, авторҙарҙың үҙ китаптарын мәктәптәргә һәм китапханаларға бүләк итеүе, Асҡар ауылында китап киоскыһы асыу, яҙыусыларҙың был яҡтың иҫтәлекле урындары менән танышыуы.

       Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте унда үҙ китап продукцияһын килтерәсәк.

       Ҡәҙим Аралбаев әйтеүенсә, киләһе Башҡорт әҙәбиәте көндәрен Кушнаренко, Мишкә һәм Көйөргәҙе райондарында үткәрергә билдәләнгән.