Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Төркиәнән ғалим-медиктар Башҡортостандан врачтарға лекциялар уҡыны

Йәмғиәт

       Төркиәнең төп уҡыу йорттарының береһе — Насеttере университетынан (Анкара) профессорҙар эш сәфәре менән Башҡортостанға килде. Башҡорт дәүләт медицина университеты саҡырыуы буйынса профессорҙар Морат Юрдакок һәм Ҡәҙриә Юрдакок яңы тыуған сабыйҙарҙа үпкә сирҙәренең актуаль мәсьәләләре, вакцинация һәм педиатриялағы эко-социаль проблемалар буйынса дүрт лекция уҡыны. Төп тыңлаусылар БДМУ-ның педиатрия факультеты студенттары, Республика балалар клиник дауаханаһы врачтары һәм БДМУ менән Дрезден университеты араһында академик алмашыуҙар программаһы буйынса килгән немец студенттары булды.

       Медуниверситеттың тышҡы бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ләйлә Әхмәҙиева хәбәр итеүенсә, БДМУ — башҡарыусы директоры профессор Ҡәҙриә Юрдакок булған IСС-тың (International Children Center) хеҙмәттәшлек итеүсе үҙәге булып торған Рәсәйҙә берҙән-бер вуз.

       Ҡунаҡтар Асҡын районындағы "Танып" санаторийына барҙы, унда был шифахана базаһында профессор Морат Юрдакок етәкселек иткән Үҙәк Евро-Азия неонатология йәмғиәттәре Союзы (UCENS) Съезын үткәреү ихтималлығы тураһында һөйләшеүҙәр алып барылды. Төрөк профессорҙары, учреждение менән ентекле танышып, хеҙмәткәрҙәрҙең профессионализмын һәм башҡорт шифаханаһы потенциалын юғары баһаланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть