7 декабрь, Шаршамбы

10 сентябрь 2009 йыл, 17:15

Башҡортостан делегацияһы Силәбелә

автор: Ольга Горюнова

       БР Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендәге Башҡортостан рәсми делегацияһы бөгөн Силәбе өлкәһенә килде. Сәфәрҙең маҡсаты — төбәктәр араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу һәм үҫтереү.

       Делегация Яңы Мөслим ҡасабаһындағы төҙөлөш объекттарына, "Рифей" өлкә ат спорты комплексына, Федераль йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы үҙәгенә, Силәбе позитрон-эмиссион томография үҙәгенә, Силәбе торба-прокат заводына барырға планлаштыра.

       Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең 2009-2011 йылдарға сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса протоколға ҡул ҡуйыу ҙа планлаштырыла.

       Эшлекле даирәләрҙең программаһы ла бик тығыҙ.