8 декабрь, Кесе йома

10 сентябрь 2009 йыл, 17:13

Рәсәй-Австрия эшсе төркөмө ултырышы үтте

автор: Эльвира Латипова

       Рәсәй менән Австрия араһындағы мөнәсәбәттәр, донъя иҡтисади хәлен иҫәпкә алғанда, тотороҡло үҫешә. Үҙ-ара эш итеүҙәрҙең әүҙемлеген инвестиция процесы иҫбатлай. Мәҫәлән, былтыр йыл аҙағына Австрияла тупланған Рәсәй инвестициялары күләме 485 миллион евро самаһы тәшкил итә. Рәсәйҙә тупланған Австрия инвестициялары күләме биш миллиард евронан ашып киткән.

       Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткәрелгән Рәсәй төбәктәренең Австрия менән хеҙмәттәшлеге буйынса эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү хаҡында һүҙ алып барылды. Ултырыш Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, республиканың финанс министры Айрат Ғәскәров һәм Австрия Федераль иҡтисад, ғаилә һәм йәштәр министрлығының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса генераль директоры Йохан Закс рәйеслегендә үтте.

       Эшсе төркөм составына Рәсәйҙең 57 төбәге вәкиле инә. Осрашыуҙа илдең 20 субъекты делегаттары ҡатнашты.

       Айрат Ғәскәров менән Йохан Закс Австрия менән Рәсәй араһындағы иҡтисади мөнәсәбәттәргә ҡыҫҡаса күҙәтеү яһаны һәм эшсе төркөмдөң һуңғы йылдағы эшмәкәлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Ултырышта дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Эшсе төркөмдөң сираттағы ултырыштарын киләһе йыл яҙ Венала һәм сентябрҙә Мәскәүҙә үткәрергә планлаштырыла.