10 декабрь, Шәмбе

09 сентябрь 2009 йыл, 22:40

Өфөлә тәмәке тартыуға ҡаршы протест акцияљы үтә

автор: Эльмира Сабирова

       Бөгөн Өфөлә былтыр август айында "Милләттең сәләмәтлек лигаһы" Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы башлап ебәргән "Рәсәй тәмәкеһеҙ" милли йәмәғәт проекты сиктәрендә тәмәке тартыуға ҡаршы протест акцияһы үткәрелә. Рәсәйҙә тәмәке тартыуға ҡаршы йүнәлтелгән ҡултамғалар йыйыу буйынса киң кампанияны Башҡортостанда Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы үткәрә.

       Был проект Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш стратегияһына ярашлы эшкәртелгән һәм ул тартыуҙы иҫкәртеү буйынса саралар күреүҙе, тәмәке рекламаһын тыйыуҙарҙы көсәйтеүҙе һәм уларға өҫтәмә һалымдар индереүҙе, тартыуҙы ташларға маташҡанда ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.

       Проектта илдең ярты миллионға яҡын кешеһе ҡатнашты ла инде. Граждандарҙың ҡултамғалары менән кенәгәләр РФ Дәүләт Думаһына тапшырыласаҡ.