11 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2009 йыл, 22:38

Карлсруэ Университеты ректоры Хорст Хипплер менән осрашыу

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Карлсруэ Университеты ректоры профессор Хорст Хипплер менән осрашты.

       Башҡортостан менән Германия араһында фән һәм инновацион технологиялар эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде. Артабан тәжрибә уртаҡлашыу һәм юғары уҡыу йорттары араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеү перспективалары ҡаралды.

       Осрашыу ваҡытында Мортаза Рәхимов, Башҡортостанда фәндең иҡтисад һәм йәмәғәт тормошоноң төп өлкәләре менән бәйләнеше мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, тип билдәләне. Сәнәғәт предприятиеларының инновацион әүҙемлеге үҫешеү генә түгел, был процесҡа үҙ программаларын бойомға ашырыусы мәғариф һәм фән учреждениелары әүҙем ҡушыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты.

       Хорст Хипплер Башҡортостандың техник вуздарында белгестәр әҙерләүҙең юғары кимәлен билдәләне. 1990 йылдан Карлсруэ Университеты ӨДАТУ менән берлектә әүҙем тикшеренеүҙәр алып бара, фәнни хеҙмәткәрҙәр, студенттар менән алмашалар. 2008 йылдан "Интеллектуаль системалар" перспективалы уҡыу планын эшкәртеү" ТЕМРUS проекты буйынса эш алып барыла.

       Карлсруэ Университеты ректоры республика Президентына фәнни йәмәғәтселеккә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте һәм бергәләп яңы проекттар өҫтөндә эшләргә әҙер булыуҙарын белдерҙе.

       Осрашыуҙа БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, ӨДАТУ ректоры Морат Ғөзәйеров ҡатнашты.