11 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2009 йыл, 22:37

Әлшәй районында "Таҙа ярҙар" акцияһы үтә

автор: Эльвира Латипова

       Әлшәй районының Раевка ауылында "Таҙа ярҙар" акцияһы үтәсәк. Ул Рәсәйҙә Йәштәр йылына һәм Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған "Минең республикам" Республика йәштәр социаль-экологик акцияһы сиктәрендә үткәреләсәк.

       Сара 12 сентябргә билдәләнгән. Унда ҡатнашыусылар ауыл биләмәһе территорияһындағы йылға, күл, быуа, шишмәләрҙең яр буйҙарын, тау биттәрен сүп-сарҙан таҙартасаҡ.

       Был сараны ойоштороусы булып Әлшәй районы муниципаль районы хакимиәте тора, унда БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө эргәһе территориаль идаралығы, ҡайһы бер предприятиелар, ойошмалар, райондың мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт учреждениелары ҡатнашасаҡ.

       Бындай акциялар экологик ҡына түгел, тәрбиәүи маҡсатты ла күҙ уңында тота. Улар балаларҙа тыуған яҡ тәбиғәтенә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү өсөн кәрәк.