4 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2009 йыл, 22:36

Электрон технологиялар полиграфистарға ярҙам итә

автор: Любовь Колоколова

       Көрсөк осоронда дәүләт заказы нимә икәнлеген көндәлек производство менән бәйле булыусылар айырыуса яҡшы аңлай. Шуға күрә бәләкәй бизнес предприятиеһы тендерҙа ота икән, был дәүләт яғынан реаль ярҙам күрһәтелгән, тигән һүҙ.

       "Информреклама" типографияһы ике дәүләт заказын үтәүгә тендерҙа еңеп сыҡты. Баҫыусылар Башҡортостан Республикаһы Милли музейы заказы буйынса "Башҡорт халҡының матди мәҙәниәте" каталогын һәм БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы заказы буйынса "А.Э. Тюлькин конкурсы-2009" каталогын сығарыу хоҡуғы алды.

       Күптән түгел предприятиеның сайты тулыһынса яңыртылды: www.inforek.ru. Унда хәҙер сығарылған продукция өлгөләрен, башҡарылған эштәр исемлеген табырға, заказ бирергә һәм уның хәҙерге мәлдәге хаҡын иҫәпләп сығарырға мөмкин.

       — Клиенттарыбыҙ интернет-майҙанда эшләү уңайлылығын баһаланы ла инде, — ти "Информреклама" директоры Хәмит Алпаров. — Электрон технологиялар полиграфистар өсөн ҙур ярҙамсыға әйләнде.