3 декабрь, Шәмбе

09 сентябрь 2009 йыл, 22:33

Республика аграрийҙары "Алтын көҙ-2009"ға әҙерләнә

автор: Марият Артюхова

       Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре "Алтын көҙ-2009" ХI Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыуға әҙерләнә. Ул Мәскәүҙә 9 октябрҙән 12-һенә тиклем үтәсәк. Ҡатнашыусылар исемлегендә — республиканың Һөтсөлөк һәм Итселек союздары, "Башспирт" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Рощинский" совхозы һәм башҡалар.

       Төбәгебеҙҙең агросәнәғәт комплексы предприятиелары 142 квадрат метр майҙанды биләйәсәк берҙәм экспозиция булып сығыш яһаясаҡ. Ул Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең 57-се павильонында "Рәсәй төбәктәре" дөйөм күргәҙмә майҙансығында урынлашасаҡ. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға күргәҙмә кәштәләре дизайнына айырыуса иғтибар бирергә тәҡдим ителгән. Былтырғы кеүек үк, бөтә күрһәтелгән тауарҙарға продукцияла генетик модификацияланған организмдар булмауын раҫлаусы документтар булырға тейеш.