7 декабрь, Шаршамбы

09 сентябрь 2009 йыл, 22:32

Бәләкәй һәм урта бизнес проблемалары тикшерелә

автор: Любовь Колоколова

       Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы 22-25 сентябрҙә "Аҡбуҙат" ипподромы Манежында үткәреләсәк "Урал төҙөлөш индустрияһы-2009" форумына һәм "Аҙ ҡатлы төҙөлөш" республика махсус күргәҙмәһенә әҙерләнә башланы. Күргәҙмәләр сиктәрендә "Ер һәм милек мөнәсәбәттәре өлкәһендә бәләкәй һәм урта бизнес проблемалары" түңәрәк өҫтәле үткәреләсәк. Уны ҡала прокуратураһы менән берлектә Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы ойоштора.

       Шуның менән бәйле ойоштороу комитеты ултырышы үткәрелде, унда түңәрәк өҫтәлдең төп маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде. Тикшереүгә сығарылған темалар араһында — республикала эшҡыуарлыҡ үҫешен тотҡарлаусы бәләкәй һәм урта бизнес проблемаларын асыҡлау, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында ер участкаларына рөхсәт документацияһы төҙөү процедураларын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр эшкәртеү.

       Эшлекле һөйләшеү ойоштороу өсөн Өфө Эшҡыуарҙар союзы бөтә ҡыҙыҡһынған кешеләргә түңәрәк өҫтәл үткәреү буйынса үҙ һорауҙарын һәм тәҡдимдәрен souzufa@ufamail.ru электрон адресы буйынса ебәрергә тәҡдим итә. Бәйләнеш телефоны: 241-47-44.