4 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2009 йыл, 22:31

Һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, штрафтар иғтибар үҙәгендә

автор: Николай Ермоленко

       Башҡортостан парламентының өс даими комитетының бөгөнгө ултырышында һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш һәм яңы штрафтар депутаттарҙың иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комитеты "Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында", "Башҡортостан Республикаһында социаль партнерлыҡ органдары тураһында", "Башҡортостан Республикаһында туберкулездың таралыуын иҫкәртеү тураһында", "Башҡортостан Республикаһында мәрхүмдәрҙе ерләү эше тураһында" БР закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында дүрт республика закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарай.

       БР Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты яҙғы сессияла беренсе уҡыуҙы уңышлы үткән өс закон проекты менән бер рәттән "Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законының 301-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында" яңы закон проектын, шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһында ваҡлап һатыу баҙарҙарын ойоштороу тураһында" БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында проектты (беренсе уҡыу) ҡараясаҡ.

       Икенсе комитет көнө программаһын Дәүләт ҡоролошо буйынса комитет ултырышы тамамлаясаҡ. Унда Башҡортостан Республикаһы буйынса айырым суд участкалары мировой судьялары вазифаларына кандидатуралар, шулай уҡ уҙған сессияла беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән дүрт закон проекты ҡараласаҡ.