5 декабрь, Дүшәмбе

09 сентябрь 2009 йыл, 22:27

Мортаза Рәхимов Силәбе өлкәһенә барасаҡ

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       10 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендәге рәсми делегацияның Силәбе өлкәһенә сәфәре башлана.

       Сәфәрҙең маҡсаты — 2003 йылдың 25 ноябрендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәте араһындағы сауҙа- иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе 2009-2011 йылдарҙа тормошҡа ашырыу буйынса Протоколға ҡул ҡуйыу.

       Сәфәр сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Силәбе өлкәһе губернаторы Петр Сумин менән эш осрашыуы үткәрәсәк, Силәбенең ҙур социаль һәм сәнәғәт объекттарына барасаҡ.