3 декабрь, Шәмбе

08 сентябрь 2009 йыл, 16:49

Йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе

автор: Эльмира Сабирова

       10 сентябрҙә Өфөнөң Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәгендә йәштәр өсөн республика вакансиялар йәрминкәһе ойоштороласаҡ. Ул "Эш — йәштәргә!" акцияһы сиктәрендә үтәсәк. Сараның төп маҡсаты — йәш кешеләргә эшкә урынлашырға ярҙам итеү.

       Йәрминкәгә төрлө милекселек формаһындағы предприятиелар һәм ойошмалар, уҡыу-курс комбинаттары һәм ҡаланың кадрҙар агентлыҡтары вәкилдәре саҡырылған.

       Ойоштороусылар йәштәр өсөн вакантлы урындар тураһында киң мәғлүмәт бирәсәк, тест үткәреү, шулай уҡ юридик, психологик һәм һөнәр һайлау йүнәлешендә консультациялар ойошторасаҡ.

       Киләһе ошондай уҡ акциялар 11 сентябрҙә Күмертауҙа, 16 сентябрҙә Нефтекамала үткәреләсәк.