4 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2009 йыл, 16:47

Санитар авиация ҡарамағына яңы реанимобиль килде

автор: Елена Макушина

       Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының санитар авиация бүлексәһенә яңы реанимобиль килде. Уның хаҡы һигеҙ миллион һум тора. Автотранспортты һатып алыуға средстволар БР Хөкүмәте бойороғо буйынса республика бюджетынан бүленде.

       Реанимобиль яһалма үпкә вентиляцияһы аппараты, ЭКГ һәм пациенттарҙы кисектергеһеҙ дауалау өсөн башҡа кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Салонда йылытҡыс һәм кондиционер бар. Әйткәндәй, санавиация бүлексәһенә быйыл тағы бер ошондай уҡ реанимобиль килеүе көтөлә.