7 декабрь, Шаршамбы

08 сентябрь 2009 йыл, 16:45

Бөтә донъя бал ҡорттарын һаҡлау көнөн булдырырға тәҡдим иттеләр

автор: Эльвира Латипова

       Башҡортостандың умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеүселәре Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына Бөтә донъя бал ҡорттарын һаҡлау көнөн булдырырға саҡырып мөрәжәғәт итте. Датаһы ла тәҡдим ителә — 14 сентябрь.

       "Тенториум” компанияһы БМО-ға ебәргән хатта: "Бал ҡорттары экологик саф тәбиғи ресурстарҙы һаҡлау һәм арттырыу процесының мөһим звеноһы булып тора. Был бик күп натураль продукция төрҙәрен етештереүгә ҡатнашы булған донъяла берҙән-бер бөжәк. Бал ҡорттары продукттарҙы зарарлы ҡатнашмаларҙан таҙартырға һәләтле, уларҙы урындың экологик мониторингы өсөн файҙаланалар. Умартасылыҡ продукттары кеше организмының бик күп системалары һәм ағзаларының нормаль эшен аяҡҡа баҫтырыу һәләтенә эйә", — тип билдәләнә.

       "Тенториум" инициативаһын "Башҡорт балы" Төбәк ғилми-етештереү үҙәге лә хуплап сыҡты.

       14 сентябрь датаһы осраҡлы ғына һайланмаған: был көндө Ер шарының төрлө мөйөштәрендә умартасылыҡ миҙгеле ябыла йә әле башланмаған була. Бынан тыш, күп йылдар дауамында Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда, Украинала, Азербайжанда, Ҡырғыҙстанда, Балтик буйы дәүләттәрендә һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә был көндө умартаны ябыу байрамын билдәләйҙәр.

       Бал ҡорттарын һаҡлау көнөн булдырыу бал ҡорттарын яҡлау һәм һаҡлау буйынса бөтә донъя тырышлығын берләштерергә ярҙам итер ине, тип иҫәпләй хат авторҙары. Был көн сиктәрендә бөтә кешелек иғтибарын был проблемаға йәлеп итеү өсөн махсус проекттар, программалар бойомға ашырырға, саралар үткәрергә тәҡдим ителә.