Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан менән Германия хеҙмәттәшлегенә арналған йыйынтыҡ сыҡты

Сәйәсәт

       БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының редакция-нәшриәт бүлеге былтыр ноябрҙә үткән "Башҡортостан-Германия мөнәсәбәттәре: тарих һәм хәҙерге заман" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы материалдары йыйынтығын баҫып сығарҙы. Германияның берләшеүенең 20 йыллығына, Башҡортостан Республикаһы менән Германия хеҙмәттәшлегенең 40 йыллығына, ГФР-ҙың һәм ил Конституцияһын ҡабул итеүҙең 60 йыллығына арналған ғилми форумда Рәсәй һәм сит ил тикшеренеүселәре ҡатнашҡайны.

       Баҫмаларҙың бер өлөшө — Рәсәй-Германия һәм Башҡортостан-Германия мөнәсәбәттәренең тарихи экскурсына, икенсе өлөшө йәмәғәт тормошоноң төрлө өлкәләрендә — мәҙәниәт, сәйәсәт, иҡтисад, менеджмент, мәғариф өлкәләрендә был мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү проблемаларын тикшереүгә арналған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть