9 декабрь, Йома

08 сентябрь 2009 йыл, 16:40

Ҡырмыҫҡалы районында Ҡытайҙан йәшерен мигранттар асыҡланды

автор: Елена Макушина

       Миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре республиканың Ҡырмыҫҡалы районында йәшерен рәүештә йәшәүсе 10 ҡытайҙы асыҡланы. Сит ил граждандары ауыл хужалығы производство комплексы биләмәһендә теплицалар төҙөү менән шөғөлләнгән. Уларҙың эшкә рөхсәттәре лә булмаған.

       Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте вәкиле Ғәлиә Мөхәмәҙиева хәбәр итеүенсә, уларға эш биреүсе миграция закондары талаптары тураһында хәбәрҙар булған, ул хеҙмәткәрҙәрҙе теркәү һәм уларға хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барыуға рөхсәт алыуҙы һорап миграция хеҙмәте органдарына мөрәжәғәт иткән булған.

       "Әммә эш биреүсе сит ил граждандарына йәшәү өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырмау сәбәпле, уның һорауы кире ҡағыла, — тип һөйләне Мөхәмәҙиева. — Был территорияла берҙән-бер йәшәү урыны санитария нормалары талаптарына яуап бирмәгән малсылар йорто була".

       Әлеге ваҡытта Ҡытай кешеләре ваҡытлыса Сит ил граждандарын аҫырау үҙәгенә урынлаштырылған, һуңынан улар Рәсәй Федерацияһынан ҡыуыласаҡ. Эш биреүсегә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 322,1 статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әгәр законһыҙ миграция ойоштороуҙа уның ғәйебе иҫбатланһа, ул һәр хеҙмәткәр өсөн 200 мең һумға тиклем күләмдә штраф түләргә тейеш буласаҡ, йә булмаһа, ике йылға тиклем ваҡытҡа иркенән мәхрүм итеү формаһында яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.