Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Объекттарҙы йылытыу миҙгеленә әҙерлек бара

Иҡтисад

       Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү барышында ике миллиард һумдан ашыу аҡса үҙләштереләсәк. Төп сумма — 1,36 миллиард самаһы — был муниципаль берәмектәр һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары средстволары. 754 миллион һум үҙәкләштерелгән сығанаҡтарҙан йәлеп ителә.

       БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, сентябрь башына республиканың торлаҡ фонды, шулай уҡ йылытыу һәм һыу үткәреү селтәрҙәре — 96 процентҡа, ҡаҙанлыҡтар — 95, махсус йыйыштырыу машиналары 94 процентҡа әҙер. Сентябрҙең тәүге көндәрендә үҙәк йылылыҡ пункттары йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер булды. Ғөмүмән, ҡышҡылыҡҡа әҙерлек саралары 15 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть