6 декабрь, Шишәмбе

08 сентябрь 2009 йыл, 16:32

Рәсәй Олимпия комитеты Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт белдерҙе

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Рәсәй Олимпия комитеты президенты Л.В. Тягачевтан хат килде. Унда республикала физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур ярҙам өсөн рәхмәт белдерелә.

       Хатта шулай тиелә:

       "Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

       2009 йылдың 18-25 июлендә Финляндияның Тампер ҡалаһында үткән Х йәйге Европа үҫмерҙәр олимпия фестивалендә Рәсәй спортсылары, 18 алтын, 10 көмөш һәм 8 бронза миҙал яулап, сираттағы тапҡыр командалар араһында беренсе урынды алды.

       3 мең метрға йүгереүҙә республиканан Гөлшат Фазлетдинова (тренеры Е.Г. Сенченко) көмөш миҙал яуланы.

       Рәсәй Олимпия комитеты исеменән физик культура һәм спортты үҫтереүгә күрһәткән даими иғтибарығыҙ һәм хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

       Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм күп яҡлы эшмәкәрлегегеҙҙә уңыштар теләйем."