Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Павловка һыу һаҡлағысында беренсе йылға заправка станцияһы асылды

Иҡтисад

       Өфө, 29 июль, "Башинформ", .

       Павловка һыу һаҡлағысында Башҡортостанда беренсе йылға заправка станцияһы асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, "Башкирнефтепродукт" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Фәнил Мәзитов һәм Нуриман районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Мирхәт Тимерғәзин ҡатнашты. БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов республика башлығы Мортаза Рәхимов исеменән тәбрикләү һүҙен еткерҙе һәм, республикала беренсе йылға заправкаһын асыу тирә-яҡ мөхит торошонда уңышлы сағыласаҡ һәм яғыулыҡ ҡулланыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

       Нуриман районы хакимиәте башлығы Мирхәт Тимерғәзин фекеренсә, бәләкәй суднолар өсөн йылға заправкаһы төҙөү район халҡы өсөн дә, ял итеүселәр өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. "Был заправка станцияһы — Уралда беренсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе ошондай заправка, — тине "Башкирнефтепродукт" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Фәнил Мәзитов. — Ул бөтә экологик именлек талаптарына яуап бирә, унда ике стеналы резервуар, таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырылған".

       Йөҙөп йөрөүсе яғыулыҡ-заправка комплексы Нуриман районының Павловка ҡасабаһы биләмәһендә Павловка һыу һаҡлағысы быуаһы эргәһендә урынлашҡан. Комплекс һыу транспортын: катер, яхта һәм башҡа төрлө бәләкәй йылға судноларын бензин менән заправкалау өсөн тәғәйенләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть