11 декабрь, Йәкшәмбе

29 июль 2009 йыл, 16:32

Өфөнөң Орджоникидзе районында ярты йылда 12 игеҙәк тыуҙы

автор: Любовь Колоколова

Быйыл тәүге ярты йыллыҡта Өфөнөң Орджоникидзе районы ЗАГС-ына дүрт меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт итте. Бүлек хеҙмәткәрҙәре айына уртаса 180 сабый тыуыуын, 72 никах, 30 атайлыҡты билдәләү, дүрт уллыҡҡа алыуҙы, 64 айырылышыуҙы теркәне.

Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы ЗАГС бүлеге начальнигы Людмила Гвоздик әйтеүенсә, беренсе ярты йыллыҡта никахҡа инеү тураһында ғариза биргән 672 парҙан 433-ө рәсми рәүештә ғаилә булып теркәлде. 18 йәштән йәшерәк граждандар араһында өс һәм 16 йәше лә тулмаған үҫмерҙәр араһында ике никах теркәлде. Төрлө сәбәптәр менән 43 пар никахын теркәргә килмәне.

Статистиканан күренеүенсә, айырылышыуҙар кәмене: былтырғы 459 урынына 388. Был парҙарҙан 23 проценты үҙ-ара килешеп айырылышты, суд аша — 77 проценты.

Алты айҙа Орджоникидзе районында 1119 сабый тыуҙы, шуларҙан 590 малай һәм 529 ҡыҙ. Улар иҫәбендә — 12 игеҙәк. Йәш әсәләрҙең 57 проценты беренсе балаһын тапты, 33 проценты — икенсе, ете проценты — өсөнсө балаһын. Дүрт һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләр ҙә бар.

ЗАГС бүлеге республика Президентының "Юбиляр ғаилә парҙарын хөрмәтләү тураһында"ғы Указын үтәү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Алты айҙа Орджоникидзе районында 60 "алтын" һәм биш "гәүһәр" пар иҫтәлекле бүләктәр һәм төбәк башлығы ҡотлауын алды.