9 декабрь, Йома

29 июль 2009 йыл, 16:27

Көнбайыш райондарҙа урып йыйыу кампанияһы башланды

автор: Булат Юлбарисов

БР Президенты Мортаза Рәхимов 28 июлдә эш сәфәре менән Шишмә, Туймазы, Благовар һәм Бүздәк райондарында йөрөп ҡайтты. Республика башлығы башлыса иҡтисадтың аграр секторын үҫтереү менән бәйле мәсьәләләргә туҡталды — ул ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү буйынса предприятиеларҙа булды.

Республика башлығы урып йыйыу кампанияһын башлау мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлде. Хужалыҡтарҙың күбеһендә ужым арышын урып йыйыуға төшкәндәр. Ураҡ осороноң тәүге көндәре быйылғы йәйге ҡоролоҡ шарттарында уңышты күҙалларға мөмкинлек бирҙе.

Шишмә районының Салауат исемендәге агрофирмаһында "Сулпан-7" сортлы ужым арышы сәсеүлектәре быйыл гектарынан 25-30 центнер уңыш бирә. Игенселәр уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырыша.

Мортаза Рәхимовҡа яңы "Башҡорт-10" сорты бойҙайы сәселгән баҫыуҙы күрһәттеләр. Был үҙебеҙҙә сығарылған ужым сорты бойҙайы. Ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов һөйләүенсә, был бөтә яҡтан да яҡшы сорт булып тора — уңыш гектарынан 40 центнерға етә, етмәһә, үҫемлек төбәктең климат шарттарына ҡулайлашҡан. Мортаза Рәхимов, был сорт һынауҙарҙы уңышлы үткәс, уны производствоға индерергә кәрәк, тип билдәләне.

Благовар районы аграрийҙары ужым арышы һәм шәкәр сөгөлдөрөнән яҡшы уңыш үҫтереп алған.

Заманса техника игенселәргә ҙур ярҙам булып тора. Бөтөн хужалыҡтарҙа ла тиерлек ватан һәм сит ил комбайндары һәм сапҡыстары эшләй. Бүздәктә ужым арышы уңышы юғары.

Туймазы районының "Нерал-Матрикс" һәм "Ҡуш-бүләк" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә лә ужым арышын урып йыйыу башланған. Быйылғы һауа шарттарын иҫәпкә алғанда, уңыш ике хужалыҡта ла ярайһы уҡ яҡшы — гектарынан 25 центнер кимәлендә.

Мортаза Рәхимов ҡошсолоҡто, көнбағыш майы етештереүҙе үҫтереү мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһынды.