5 декабрь, Дүшәмбе

29 июль 2009 йыл, 16:25

Рәсәйҙә эшһеҙҙәр һаны 6,5 миллион кешегә тиклем кәмене

автор: Евгений Рәхимҡолов

Илдә Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса баһаланған эшһеҙҙәр һаны 6,5 миллион кешегә тиклем кәмене. Шуларҙан 2,15 миллионы мәшғүллек үҙәктәрендә рәсми теркәлгән. Федераль мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, был һандарҙы РФ һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры урынбаҫары Максим Топилин килтерә.

Эшһеҙлек былтыр йыл аҙағында ҡырҡа арта башланы. Рәсәйҙә октябрҙә үк 1,5 миллиондан кәмерәк рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнде, ә дөйөм эшһеҙлек кимәле дүрт миллион тирәһе тәшкил итте.

Эшһеҙлектең иң юғары нөктәһе быйыл ғинуар-февраль айҙарына тура килде, ул саҡта аҙнаһына 100-әр мең кеше өҫтәлде. Апрелдә илдә эшһеҙҙәр һаны 7,5 миллион кешегә яҡынлашты. Әммә апрель аҙағынан эшһеҙлек бер аҙ кәмей башланы.

Республикабыҙҙа ла хәл шул рәүешле тиерлек үҫеште. Иң күп эшһеҙҙәр һаны беҙҙә март айында теркәлде — 49679 кеше. Башҡортостанда хеҙмәт баҙарында хәлдең тотороҡлана башлау билдәләре апрель айында күренде. Был процесс БР хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһын тормошҡа ашыра башлауға тура килде.

Максим Топилин фекеренсә, хәҙер хеҙмәт баҙарында эштәр бер аҙ яҡшырыуы күҙәтелһә лә, был тынысланырға мөмкин, тигән һүҙ түгел, сөнки, дөйөм алғанда, хәл бер йыл элекке кеүек тотороҡло түгел. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов та ошондай фекер яҡлы. Етмәһә, күп эксперттар көҙ көнө миҙгелле эштәр туҡталыу менән бәйле, эшһеҙлек ҡайтанан артасаҡ тип күҙаллай. Тимәк, эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә ҡайтанан эшһеҙ ҡаласаҡ кешеләрҙе ҡайҙа урынлаштырыу тураһында әле үк уйланырға кәрәк.