11 декабрь, Йәкшәмбе

29 июль 2009 йыл, 16:23

"Сәләмәтлек маршруты" акцияһы дауам итә

автор: Лиә Нәғимова

Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы тарафынан ойошторолған "Сәләмәтлек маршруты" наркотиктарға ҡаршы акцияһы Башҡортостан территорияһында дауам итә. Уның сиктәрендә сираттағы сара 30 июлдә Стәрлетамаҡ районында үткәрелә.

Акцияның күсмә бригадаһы район биләмәһендә урынлашҡан "Огонек" һәм "Чайка" хәрби-патриотик лагерҙарына барасаҡ. Наркологик кабинет, Бөтә Рәсәй "Эскелеккә һәм наркоманияға юҡ!" хәйриә фондының Өфө бүлексәһе вәкилдәре һәм Стәрлетамаҡтың Социаль-психологик ярҙам үҙәге психологтары үҫмерҙәр менән осрашасаҡ һәм әңгәмәләшеү үткәрәсәк.