7 декабрь, Шаршамбы

29 июль 2009 йыл, 16:22

Башҡортостан август кәңәшмәһенә әҙерләнә

автор: Ольга Горюнова

Бөгөн Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы коллегияһы ултырышында Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһен һәм 2009 йылда һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышын үткәреүгә тәғәйенләнгән объекттарҙың әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде.

Һуңғы йылдарҙа республикала йәнәш урынлашҡан бер нисә районда мәғариф буйынса август кәңәшмәһенә әҙерлек сиктәрендә маҡсатҡа йүнәлешле белем биреү учреждениелары төҙөү һәм реконструкциялау традицияға әйләнде. Быйылғы педсоветҡа ҡарата төҙөүселәргә биш объект төҙөргә һәм берәү реконструкцияларға (Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарында — икешәр) йөкмәтелде. Был маҡсаттарға республика бюджетынан 819 миллион һум аҡса бүленде. Средстволарҙың күп өлөшө үҙләштерелгән дә инде.